Беҙгә бөтә мыҫҡыллау, эҙәрлекләү, тентеүҙәрҙең башында кем торғаны яҡшы билдәле. Уларҙың был эшен РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Виктор Палагин етәкселегендәге БР буйынса идаралығы күрмәмешкә һалыша. Башҡорт йәштәре кәмһетеүҙәргә битараф ҡала алмай. Февраль айында беҙ, үрҙәге етәксенең отставкаһын талап итеп, ике тапҡыр пикетҡа сыҡтыҡ. 13 мартта (Салауат Юлаев майҙанында, сәғәт көндөҙгө берҙә) был талапты тағы бер ҡабатлап, күп һанлы милләттәштәребеҙ ҡатнашлығында митинг ойошторасаҡбыҙ.
БЙИ акциялары, билдәле, беҙҙе күрә алмаусыларға оҡшамай, улар беҙгә өҫтө-өҫтөнә ғәйептәр таға, баҫым яһап, рухыбыҙҙы һүндермәксе була.
3 мартта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Илназ Мәжитовты ҡулға алдылар. Егетте тыныс ҡына уҡып ултырған ерҙән, адвокатҡа шылтыратырға ла рөхсәт итмәй, аудиториянан Ленин районы эске эштәр бүлегенә алып китәләр. Илназ 11 декабрҙә үткән Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт баҫмалары фестивалендә һаҡ хеҙмәте составында була. Егеттәр был сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Назаров тарафынан Хөкүмәтебеҙгә ҡаршы ойошторолған листовкаларҙы таратып йөрөүсе «Независимая Уральская газета» хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы сыға. Хәҙер иһә Илназ ғәйепләнеүсе булараҡ ҡулға алынған. Әгәр ҙә ул алдан әҙерләгән протоколға ҡул ҡуйһа, сығарасаҡтарын, ҡуймаһа, ике ай тотасаҡтарын белдергәндәр. Ғәҙелме был? Ябай егет бурысын үтәргә була, провокацияға юл ҡуймаҫҡа тырышҡан, һөҙөмтәлә – енәйәтсеме?
Кисә иттифаҡ активистары, йыйылып, үҙҙәренең Рәсәй Конституцияһы гарантиялаған граждан хоҡуҡтарын яҡлау позицияһын күрһәтеү маҡсатында, Өфө ҡалаһының Ленин район судына барҙы. Тағы ла 100-ләгән егет теләктәшлек күрһәтеп килде, тип хәбәр иттеләр БЙИ-нан. Ғәҙеллек һәр ваҡыт еңә. Йәштәр Илназды сығарыуға ирешә. Юҡһа улар аслыҡ иғлан итергә лә ниәтләгәйне.
Салауаттар ҙа Палагинға ҡаршы
БАШҠОРТ йәштәре иттифағы ойошторған пикеттарҙы хуплап һәм үҙҙәренең уларға теләктәшлеген белдереп, Салауат ҡалаһындағы «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы митинг үткәрҙе.
Был сарала ҡатнашыусылар ҡаланан алыҫ түгел Ергән ҡасабаһы янында ҡуйылған иҫтәлекле тарихи стела эргәһендә йыйылды. «Палагин, эшеңдән кит!» кеүегерәк плакаттар менән килеүсе рухлы замандаштарыбыҙ башҡорттарға ҡарата яла яғыуҙарға, ғауға ҡуптарыуҙарға ҡаршы булыуын белдерҙе. Митингыла ҡатнашыусы оло быуын вәкилдәре һүҙҙәренсә, билдәле бер структураларҙың был эштәре республикала йәшәүсе халыҡты бер-береһенә дошманға әйләндереүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ палагинсылар өсөнсө оло йыйынды үткәртмәүҙе төп маҡсат итеп алған. Тыныс төбәктә бола күтәреп, сираттағы йондоҙон эләктерер өсөн килгән әфәнденең һәм уның янындағыларҙың бындай сәйәсәте тормошҡа ашмаясаҡ. Башҡорт халҡы үҙ тыуған ерендә мыҫҡылланып йәшәмәйәсәк, тип белдерҙе салауаттар.
Сөмбөл ШӘЙӘХМӘТОВА.
Автор фотоһы.
www.yeshlek-gazeta.ru







